Һаумы, һаумы, әкиәт!

Март 2, 2024 Просмотров: 29
22 ғинуарҙан 22 февралгә тиклем Һаумы, һаумы, әкиәт! республика конкурсының район этапы үткәрелде. Беҙҙең белем биреү учреждениеһы уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре был конкурста ҙур теләк менән ҡатнашты . 4 -се класс уҡыусыһы Әхмәтханова Наҙгөл "Оригиналь костюм" номинацияһында билдәләнһә, шул уҡ класс уҡыусыһы Ғәйфуллина Әдилә үзбәк халыҡ әкиәте "Тиҫкәре кәзәләр"ҙе һөйләп, 3-сө урынға лайыҡ булды. Зарема Рәфис ҡыҙы етәкселегендә 2-4 класс уҡыусылары "Эт нисек хужа тапҡан" әкиәтен сәхнәләштерһә, балалар баҡсаһы тәрбиөселәре Алина Ҡәрип ҡыҙы һәм Фәниә Рауил ҡыҙы ярҙамында Йоносовтар ғаиләһе татар халыҡ әкиәте "Өс ҡыҙ"ҙы күрһәттте. Ике ансамль дә өсөнсө урынға сыҡты. Афариндар!