Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2020
Просмотров: 43
Беҙҙең башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнө шаулап-гөрләп үтте.Уҡыусылар Урал батыр анимацион фильмын ҡаранылар, улар ҙур теләк менән Шиғри сылбыр интернет флешмобында ҡатнаштылар. Шулай уҡ был көндә Башҡортостанды һүрәтләйем һүрәт төшөрөү конкурсына йомғаҡ яһалды. Был көндә район мәғариф бүлегендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу урынлы булды.