Шәп бүләк.

Март 4, 2021 Просмотров: 37

    Республикабыҙҙа балалар баҡсаларына башҡорт телен өйрәнеү өсөн бушлай смартфон һәм планшеттар таратылды.
    Был проектты БашТой компанияһы Фәнзил Әҙелбаев етәкселегендә халыҡ-ара компания менән берлектә тормошҡа ашырҙы.
    Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында беҙҙең балалар баҡсалары ла ошо смартфон һәм планшеттар менән тулыландырылды. Балалар матур бүләккә ифрат кинәнделәр. Оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!!!