Шиғриәткә тоғролоҡ.
Апрель 12, 2021
Просмотров: 48
20 февралдән 21 мартҡа тиклем яҡташ шағирҙар Тимер Йосопов һәм Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы үткәрелде.Был онлайн-конкурста төньяҡ-көнсығыш райондарынан барлығы 130 уҡыусы ҡатнашты. Был матур сараға беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды. 3-сө класс уҡыусыһы Зарипов Арслан, 2-се кластан Йомағужина Розалия һәм Муфазалова Зарина ҡатнашыусы сертификаттарына эйә булды. 4-се класс уҡыусыһы Ишмөхәмәтов Дамил "Мин артылам бейеклеккә", 2-се кластан Баймөхәмәтова Индира "Оҫта башҡарыусы" номинацияһында еңеүсе булһалар, 4-се класс уҡыусыһы Ғәрифуллина Йәмилә 2-се урынға лайыҡ булды. Афарин!!!!