Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!!!

Февраль 24, 2025 Просмотров: 367
Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы беҙҙең уҡыу йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең һәм мәктәп уҡыусыларының атайҙары өсөн байрам кисәһе үткәрелде. Тәрбиәселәр Алина Кәрип ҡыҙы һәм Фәниә Рәүил ҡыҙы атайҙар һәм малайҙар өсөн төрлө ҡыҙыҡ уйындар, конкурстар үткәрҙе. Атайҙарҙы байрам менән ҡотлап тәрбиәләнеүселәр шиғырҙар һөйләне, байрам кисәһен мәктәп уҡыусылары башҡарыуында матур йырҙар биҙәне. Байрамды ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт!!