Үлемһеҙ полк.
Май 15, 2025
Просмотров: 1668
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә беҙҙең Әбдрәшит ауылында беренсе тапҡыр Үлемһеҙ полк акцияһы үткәрелде. Был матур сарала бшланғыс мәктәп- балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр актив ҡатнашты. Ауыл халҡы өсөн бик матур, бай концерт программаһы әҙерләнде, һалдат бутҡаһы бешерелде. Был сарала ҡатнашыу -балаларҙа патриотик рух тәрбиәләне, уларҙа халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу тойғоһон үҫтерҙе.