Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!
Март 6, 2026
Просмотров: 14
Халыҡ-ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө алдынан башланғыс мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар өсөн байрам кисәһе ойошторолдо. Балалар күмәкләшеп йырҙар йырланылар, бейенеләр, күңелле уйын һәм конкурстарҙа ҡатнаштылар. Кисә һуңында бергәләшеп тәмлекәстәр менән сәй эстеләр. Күңелле байрам өсөн уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт!