Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика этабында
Июнь 28, 2024
Просмотров: 623
Беҙҙең башланғыс мәктәптең ижади коллективы ошо мәртәбәле конкурста уңышлы сығыш яһап, республика мәктәптәренең 17 коллективы араһында маҡтаулы 3-сө урын яуланылар. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны. Ошо өс көн эсендә улар квиз-уйындарҙа ҡатнашты, Милли музейҙа экскурсияла республикабыҙ тураһында бай мәғлүмәт менән танышты, "Бишбармаҡ" төркөмө менән берлектә ойошторолған башҡорт дискотекаһында рәхәтләнеп бейеп, күңел асты.