1. Родителям
  2. Новости
  3. Гран-при- беҙҙең уҡыусыла!

Гран-при- беҙҙең уҡыусыла!

Март 23, 2025 Просмотров: 445
14 мартта Дыуан районының Республика лицей-интернаты базаһында яҡташ шағир Тимер Йосоповтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса зона конкурсы булып үтте. Был мәртәбәле конкурста төньяҡ- көнсығыш райондарынан 40 -тан ашыу уҡыусы малайҙар һәм егеттәр ҡатнашты. Класс етәксеһе Низаметдинова Зарема Рәфис ҡыҙы етәкселегендә 4-се класс уҡыусыһы Нафиков Арсен уңышлы сығыш яһап конкурстың Гран-приһына лайыҡ булды. Афарин!!!