Һаулыҡ көнө
Сентябрь 23, 2025
Просмотров: 846
Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөн башланғыс класс уҡыусылары уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән берлектә тәбиғәт ҡосағында үткәрҙе. Ҡаршытауҙағы урман аҡланына йәйәү атлап барып, тәбиғәт хозурлығына һоҡланып, урмандағы көҙгө үҙгәрештәрҙе күҙәттеләр. Саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнанылар һәм бергәләп ултырып тамаҡ ялғап алдылар. Бына шулай күңелле һәм файҙалы үтте Һаулыҡ көнө!